Өфөлә Белоруссия консуллығы асыла

Бойороҡҡа  Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Докумнетҡа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Республика  хөкүмәтенә “Өфөлә Белоруссияның генераль консуллығы өсөн ҡуртым йәки һатып алыу шарттарында хеҙмәт һәм торлаҡ биналарын бүлергә, кәрәк булған осраҡта уларҙы Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы төҙөү өсөн ер участкаларын бирергә, шулай уҡ башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә”  тәҡдим ителгән. Консуллыҡ округына Башҡортостан, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Әстерхан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре инә.  Әлеге көндә Өфөлә Белоруссияның Рәсәйҙәге илселегенең бүлексәһе эшләй.