Өфө районының Михайловка ауылында ҙур сауҙа комплексы төҙөлә

Был турала социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдерә. Обьекттың майҙаны 2 мең 400 квадрат метр, бинала магазин, фитнес-клуб һәм фуд-корд була. Комплекс М-7 трассаһында урынлаша. “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау тапҡан проектҡа 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә.