Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеген Александр Матросовтың батырлығы менән сағыштырҙы. Был турала Рәсәй президенты Саида Медведева менән Павел Зурубиндың документаль фильмында белдерҙе. Унда Владимир Путин менән һуңғы 25 йылда ил өсөн мөһим ваҡиғалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Ил етәксеһе Псков дивизияһы десантсыларының Чечнялағы батырлығын да иҫкә төшөрҙө. 2000 йылдың февралендә 90 ватандашыбыҙ 2 меңдән ашыу боевикҡа ҡаршы алыша. Улар араһында Башҡортостандан Александр Доставалов та була. Бер тәүлеккә яҡын дауам иткән тиңһеҙ һуғышта 6 егет кенә иҫән ҡала. Дәүләт башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Владислав Дорониндың батырлығында иҫенә төшөрә. Ул үҙ ғүмерен ҡорбан итеп украин боевиктарын юҡ итә.