Башҡортостан Милли музейында «Үҙебеҙҙең геройҙар» тип исемләнгән күргәҙмә үҙ эшен дауам итә

Экспозицияға рәссамдар Вера Фролова, Ольга Винокурова һәм Марат Мөхәмәтйәновтың эштәре ҡуйылған. Тик портреттарҙан ғына торған күргәҙмә Ватан һаҡсыларына арналған. «Миһырбанлыҡ шаһиты» хәйриә фондының башланғысы менән Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылған проект киң тамашасыға беренсе тапҡыр Мәскәүҙә ойошторолған «Рәсәй халыҡтары» форумында тәҡдим ителгәйне.

Проекттың төп идеяһы - төрлө милләт геройҙары менән таныштырыу. Рәсәй тап милләттәр дуҫлығы менән бөйөк тә инде. Беҙ төрлө - һәр кемдең үҙҙенә генә хас булған үҙенсәлеген күрһәтергә теләнек. Картиналарҙа полковниктар ҙа, ябай рядовойҙар ҙа һүрәтләнгән. Һәр герой яҡын, уларҙың үҙҙәре, йәки туғандары менән әле булһа бәйләнештәбеҙ.

Вера Фролова, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы

31 портреттан торған күргәҙмәне асыу сараһында картиналарҙа һүрәтләнгән яугирҙарҙың туғандары ла ҡатнашты. «Үҙебеҙҙең геройҙар» менән 15 майға тиклем Башҡортостандың Милли музейындағы махсус хәрби операция яугирҙарына арналған залда танышырға мөмкин.