Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица-артиллерия дивизионы яугирҙарына наградалар тапшырылды. Яу яланында тантаналы шарттарҙа һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер төркөм хәрбиҙәр Генерал Шайморатов миҙалы һәм Луганск Халыҡ республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Бынан тыш, хәрби бурыстар үтәгәндә лайыҡлы хеҙмәт күрһәткән яугирҙарҙың туғандарына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион махсус хәрби операция биләмәһендә юғары һөҙөмтә күрһәтә. Башҡорт артиллеристары Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошмандарҙы тар-мар итә.