Үҙҙәренә иғтибар тойған ауыл халҡы дәртләнеп уның эргәһен тәртипкә килтерергә тотонған. Бикәйҙәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.
Тиҙҙән бында «Сәләмәтлек» скверы буласаҡ. Яңы фельдшер -акушерлыҡ пункты янында ял итеү урыны булдырыу идеяһы- ауыл халҡыныҡы. Күптән көтөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктының модулле формаһы йыйылғас, ауылда йәшәүселәр уның эргәһен үҙ көстәре менән тәртипкә килтерергә булған.
Ирҙәр биләмәне кәртәләгән, ҡатын-ҡыҙҙар ҡойма буяған. Ағас үҫентеләре, сәскә ултыртылған.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкеһенән алыҫ түгел. Фельдшер Лилә Шамил ҡыҙы пациенттарҙы әле элеккеһендә ҡабул итә. Ауыл клубы бинаһының бер яғында урынлашҡан пункт һыуыҡ, бында йылы һыу ҙа булмаған. Быға тиклем уны үҙ эшен яратҡан һәм ауыл халҡын 20 йыл дауалаған фельдшерҙың пациенттарына мөнәсәбәте, күңел йылыһы ғына йылытып торған.
Яңы урында заманса медицина техникаһы, уңайлыҡтар ҙа бөтөнләй икенсе буласаҡ. Районда быйыл бындай модулле конструкцияларҙы өс ауылда ҡуйыу ҡаралған.
Фельдшер- акушерлыҡ пунктын йәй асыу күҙаллана. Бикәйҙәр ул тантаналы көндө түҙемһеҙләнеп көтә.
Рәмилә Исмәғилева