Быйыл 734 проект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса субсидия аласаҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, халҡыбыҙҙың иң әүҙем, ойошҡан төркөмдәре конкурсҡа үҙ ауылдарын төҙөкләндереү буйынса төрлө идеялар тәҡдим итте. Башланғыстар республика бюджетынан хуплау табасаҡ. Бының өсөн быйыл дөйөм субсидия күләме 700 миллион һумға тиклем арттырылған. Проекттарҙы берлектә финанслауҙа шулай уҡ муниципалитеттар, бағыусылар һәм халыҡ үҙе ҡатнаша. Быйылғы конкурс еңеүселәрен ҡотлайым һәм барлыҡ тәҡдимдәренең уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.