2019 йылдан алып Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр 30 процентҡа кәмегән

Эскән килеш ҡылынған енәйәттәр 46 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ыңғай күренешкә республикала уҙғарылған «Айыҡ ауыл «конкурсы ла ҙур өлөш индерә. Тап уның сиктәрендә ауылдарҙа рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыу осраҡтары иҫкәртелә, халыҡ сәләмәт тормошҡа ылыға.

2019 йылдан алып Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр 30 процентҡа кәмегән. Эскән килеш ҡылынған енәйәттәр 46 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ыңғай күренешкә республикала уҙғарылған «Айыҡ ауыл «конкурсы ла ҙур өлөш индерә. Тап уның сиктәрендә ауылдарҙа рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыу осраҡтары иҫкәртелә, халыҡ сәләмәт тормошҡа ылыға.

Көйөргәҙелә «Уңған килен», Асҡында «Геройҙар ере», Стәрлетамаҡта «Изгелек сылбыры, Бөрйәндәрҙә «Барыһы ла саңғыға». Һәр райондың үҙенә генә хас йүнәлеше, эш алымы, саралар планы. Уларҙы бер күләмле проект - «Айыҡ ауыл» конкурсы берләштерә. Һәр башланғыс урындағы халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәү, насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға ҡоролған. Һәм был хәрәкәткә ҡушылыусы ауылдар йылдан йыл арта ғына.

Башҡортостан тәжрибәһе стратегик башланғыстар агентлығының «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса иң яҡшы 1000 исемлегенә инде. Әле республикала 51 ауыл «Айыҡ» статусын йөрөтә. Конкурста еңеп сыҡҡас та ойоштороусылар ауылдарҙың айыҡлығын, бүләкләу аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуын күҙәтеүҙә тота. Һөҙөмтә бар. Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр кәмегән. Бында һис шикһеҙ «Айыҡ ауыл» проектының да өлөшө бар , тине Радий Хәбиров.

«Демография» милли проектының Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу муниципаль программаһы ла халыҡты айыҡ тормошҡа баҫтырыуҙың бер ысулы. Сөнки үҙ һаулығыңа айыҡ ҡарау ҙа сәләмәт йәмғиәт нигеҙе. Бының өсөн урындағы етәкселәрҙән шарттар тыуҙырыу талап ителә. Оператив каәңәшмәлә был программаның үтәлеше тикшерелде.

Быйылдан илдә сәләмәтлекте яҡшыртыу буйынса яңы проект башланды. «Һәр кемгә һаулыҡ» тип исемләнгән федераль программа 2030 йылға тиклем сәләмәт тормош алып барыусыларҙы бер ярым тапҡырға арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Айнур Кәбиров