Унда Башҡортостандан 11 йәштән 21 йәшкәсә 250 уҡыусы һәм студент ҡатнаша. Һынауҙар хәрби шарттарҙа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, дрон менән идара итеү, атыу һәм башҡа оҫталыҡтар буйынса уҙа. Зарницаны беҙҙең ижади төркөм күҙәтте, БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Һанаулы ғына минуттар эсендә яу яланында алған яраны бәйләп өлгөрөргә кәрәк. Күп ҡан юғалтыу ғүмергә торошло булыуы ихтимал. Тап шуға ла уҡыусыларҙың яраны дөрөҫ бәйләүе, күпме ваҡыт талап ителеүе ҡәтғи талаптар буйынса баһалана.
Полигонда бары тик шыуышып ҡына хәрәкәт итергә мөмкин. Аңын юғпалтҡандарҙы иптәштәре ҡотҡара. Беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү -у йындың мөһим этаптарының береһе.
Команда уңышы - дисциплинаға бәйле. Хәрби һынау өсөн командаларҙың нисек кейенеүе лә иҫәпкә алына. Хатта аяҡ кейемдәре бер төрлө булырға тейеш тип иҫәпләй судьялар. Баймаҡтан Шайморатов класы иһә строй өсөн дөйөм формала килгән.
Уйындарҙа 23 команда ҡатнаша. Сараның ойоштороусыһы булып Беренселәр хәрәкәте сығыш яһай. Төп партнерҙарының береһе - Юнармия.
Зарница 2.0- хәрби патриотик уйындарында ҡатнашыусы һәр уҡыусының роле ҡәтғи яҙылған. Командала штурмовик, пилотһыҙ осоу аппараттары операторы, табип, сапер , хәрби хәбәрселәр һәм хәрби комиссар ҙа бар.
Рәмилә Исмәғилева