Башҡортостан халҡы июнь айында 4 көн рәттән ял итә

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Ул кесаҙнаға тура килә. 8 мартта Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тура килгән ял 13 июнгә күсерелде. Шуға аҙнаһына биш көн эшләп йөрөүселәр өсөн бер нисә көнлөк ял була. Июндә Ҡорбан байрамына бәйле лә ялдар ҡаралған. Быйыл мосолмандар байрамы 6 июнь йомаға тура килә.