Бөгөн баш ҡалала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы уҙа. Уның эшендә 650 кеше ҡатнаша. Пленар ултырыш “Башҡортостан” концерт залында уҙа. Йыйын барышында 9 дискуссия майҙансығы эшләй, уларҙа башҡорт телен уҡытыуҙа актуаль мәсьәләләр ҡарала. Республика милли китапханаһындағы “Самрау” майҙансығы балалар-үҫмерҙәрҙә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу арттырыуға, башҡорт әҙәбиәтенә арнала. Сараның модераторы - Республика Мәғарифте үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБалалар социаль селтәрҙә ултыра, төрлө күңел асыу сараларына өҫтөнлөк бирә. Бөгөнгө көндә уларҙы әҙәбиәткә ылыҡтырыу тәрбиә өсөн мөһим, тигән фекерҙә Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСъезд барышында Рәсәйҙә полилингваль белем биреү концепцияһының проектын булдырыу буйынса ултырыш үтә.