Башҡортостан китаптары интернет аша һатыла

Электрон майҙансыҡтарҙа беҙҙең республика авторҙарының 300-ҙән ашыу китабы бар. Был турала Республика  матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары  агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдерҙе. Ozon, Wildberries, Яндекс Маркет менән тейешле  килешеүҙәр төҙөлгән. Уҙған йылда Башҡортостанда электрон платформалар аша 14 меңдән ашыу китап һатылған.