Шаран районында яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда башҡарыла

Шаран районында яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда башҡарылаБыйыл Шаран районында яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда башҡарыла, был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 1 мең гектарға күберәк. Иген һәм ҡуҙаҡлы, майлы культураларға өҫтөнлөк бирелә. Хужалыҡтар үҙйөрөшлө машина һәм сәсеү агрегаттарын даими яңырта, йыл ярым эсендә генә етмештән ашыу техника һатып алынған. 2019 йылдан алып районда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе арттырыу, файҙаланылмаған ерҙәрҙе әйләнешкә индереү эше лә һөҙөмтәле алып барыла. Был йүнәлештә «Иҙиәтуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы ла уңышлы эшләй. Предприятие баҫыуҙарында ер эшкәртеү ноленсе технология буйынса алып барыла. Бер гектар майҙанға 100 килограмм минераль ашлама ҡаралған.

«Иҙиәтуллин» хужалығында иген һәм майлы культуралар 5 мең гектар майҙанда сәселәсәк. Яҙғы баҫыу эштәренә Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран филиалы студенттары ла йәлеп ителгән. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, ер уңдырышлы булһын өсөн барлыҡ технологияларҙы ла теүәл үтәү шарт.