Башҡортостан студенттары Рәсәйҙең һанлы киләсәген төҙөй

Өфө фән һәм технологиялар университеты юғары уҡыу йорттары араһында тәрәнәйтелгән айти белем биреүгә гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан. Конкурсҡа 47 заявка тапшырылған, гранттарға илебеҙҙең 26 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Башҡортостандан Өфө фән һәм технологиялар университеты лайыҡ булған. Проект хеҙмәт баҙарын юғары квалификациялы айти-белгестәр менән тәьмин итәсәк флагман юғары белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

2030 йыл аҙағына тиклем «Мәғлүмәт иҡтисады» милли проекты буйынса 3 мең ярымға тиклем заманса ҡарашлы белгес әҙерләү күҙаллана. Уҡыуҙар быйыл 1 сентябрҙә үк башлана. Йәғни, студенттар юғары уҡыу йортондағы тәүге көндәренән үк көнүҙәк бизнес-мәсьәләләр менән эшләү тәжрибәһен өйрәнә һәм үҙ карьераһын төҙөй башлай ала.