Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала 650 делегат ҡатнаша. Республиканың бөтә-район ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған педагогтар башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышты. Өфөлә съезд 9 майҙансыҡта ойошторолдо. Уҡытыусылар тел менән бәйле мәсьәләләр буйынса асыҡ һөйләшеүҙәрҙә эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусы «Һомай» майҙансығында башҡорт телендә заманса алымдар менән интернет селтәрендә уҡытыу проекттары ҡаралды.