Батырҙар исеме мәңгеләштерелде. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарға «Герой парталары» асылды. Тантанала батырҙың туғандары, класташтары, дуҫтары ҡатнашты.
Ҡаланың беренсе мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ, илебеҙ Геройҙарының ҡаһарманлығын хәтерҙә һаҡлау маҡсатында Арсен Хайсаров, Марсель Әхмәров, Рифат Әминев, Ирек Рәхмәтуллин, Николай Шарановтарҙың яҡты иҫтәлегенә «Герой парталары» булдырылды.
Герой парталарында батырҙарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Бындай парта артына мәктәптең иң тырыш, һәләтле һәм әүҙем уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы.
Тарих - ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Руслан Сәғәҙиев менән Фидан Вахитов тыуған мәктәбендә махсус хәрби операцияға арналған музей булдырыуға иреште. Улар үҙҙәре бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам менән Украинаға барып ҡайтты. Нацистар менән алышҡан яҡташтарыбыҙ биргән трофейҙар, экспонаттар был музейҙа урын алды.
Музей бүлмәһе бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан бында йыйылған экспонаттар ‐ Пилотһыҙ осоусы аппараттар, ҡорал, гильзалар барыһы ла йәш быуынға һуғыштың бөгөнгө көндә нисек алып барылыуы хаҡында һөйләй. Тыныслыҡ ҡәҙерен белергә, батыр яугирҙәребеҙҙе онотмаҫҡа өндәй.
Раушания Рәхимова