Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли түңәрәк өҫтәл үтте

Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәлдә дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Доклад темалары Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө, һуғыш йылдарында нефтселәр һәм йәштәр хеҙмәте, бөгөнгө махсус хәрби операция ветерандарына күрһәтелгән ярҙам һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды. Майҙанда һуғыш тарихына ҡағылған ғилми хеҙмәттәр һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине.