Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезында иғлан итте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Съезға килгәндә, ул тәүге тапҡыр алты йыл элек уҙғарылғайны. Мәғариф системаһы алдында телде өйрәнеүҙе йәндәндереү, уны балаларға ла, өлкәндәргә лә мауыҡтырғыс итеү маҡсаты ҡуйылғайны. Эш һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Башҡорт халыҡ ижадының бөйөк ҡомартҡыһы - «Урал батыр» эпосының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул балалар баҡсаһынан уҡ үҫеп килгән быуындың телендә. Яңыраҡ ҡына бөтә донъя чарттарын яулаған «Һомай» композицияһы ла әҫәрҙең мәғәнәһен һәм республика бренды булыуын күрһәтте. «Әй Йола - туған тел һәм мәҙәниәткә, рухи ҡиммәттәргә һөйөү өлгөһө», - тине Радий Хәбиров. «Урал батыр» эпосы көнө иғлан ителеүе лә - йәмәғәтселек өсөн көтөп алынған ваҡиға.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе съезы 2019 йылда уҙғарылғайны. Ҡуйылған бурыстар буйынса системалы эш алып барылды. Мәғариф министрлығында милли мәғариф идаралығы булдырылды, республикала туғыҙ полилингваль гимназия барлыҡҡа килде, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторолдо. Диктант яҙыусылар йылдан-йыл арта, туған тел рәсми форум, йыйылыштарҙа ла даими яңғырай.

Балалар баҡсаларында ла башҡорт телен өйрәнеү мауыҡтырғыс, сағыу булһын өсөн тейешле саралар күрергә ваҡыт. Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты һәм юғары уҡыу йорттарының профилле кафедралары был мәсьәләне хәл итеүҙә әүҙем эш башлаясаҡ. Йәш педагогтарҙың фекере лә иғтибарға алына.

Башҡорт телен уҡытыуға заманса ҡараш. Съезда ҡатнашыусылар - республиканың иң яҡшы педагогтары һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре мәғариф системаһын яҡшыртыу буйынса ла тәҡдимдәр индерҙе.

Съезд эшендә Дәүләт думаһы, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары, республика район-ҡалалары мәғариф идаралығы етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Рәсәй төбәктәренән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа милли мәғарифты үҫтереү мөһимлеген билдәләп, йыйылышта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы юғары баһаланы.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йыл да гранттар бүленә, һәләтле яҡташтарыбыҙ ярҙамы менән яңы методикалар, мобиль ҡушымталар, интерактив күнекмәләр, уйындар булдырыла. Интернетта тәржемә сервистары ла йәнләндерелә. Төбәк етәксеһе проект авторҙарын июндә үтәсәк «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ҡатнашып, уңышлы башланғыстарҙы киң йәмәғәтселеккә күрһәтергә саҡырҙы.

Фойела йәш шайморатовсыларҙың форма кейеме презентацияһы ла үтте. Шулай уҡ республика башлығы Радий Хәбиров Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Өфө районында алып барылған заманса мәктәптәр төҙөлөшө менән танышты. Шуларҙың береһе - быйыл сентябрҙә баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһендә сафҡа инәсәк 2200 урынға иҫәпләнгән белем усағы.

Съезд барышында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тәжрибәле педагогтар дәүләт наградалары менән дә билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында яҙыусы-мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева ла бар. Ул Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уның «Урал батыр» эпосына нигеҙләнеп яҙылған методика- программалары республиканың күп уҡыу йорттары терәгенә әйләнгән. Автор программаһы буйынса «Йәйләү» республика профилле сменаһы ла уңышлы эшләй. Почетлы награда ҡыҙы яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваға тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина