Өфөлә Ленин паркы реконструкцияға ябылды. Ремонт ике йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты төҙөкләндереү айырым иғтибар талап итә. Бөгөн махсус эшлекле төркөм парктағы шарттар менән танышты.
Осраҡлы ғына ултыртылған ағас бөгөн өфөләр өсөн уңайлы фотозоналарҙың береһе. Яҙ етеп, тирә яҡ сәскәгә күмелеү менән, Ленин паркындағы ошо урында сират йыйыла. Ысынында иһә халыҡ «сакура» тип йөрөткән үҫемлек - ул «Рудольф» сортлы алмағас.
Ленин паркы республикала иң боронғоларҙың береһе: ул XIX быуаттың 60-сы йылдарында булдырыла. Башта йәшел зона уға нигеҙ һалған Ушаков, һуңынан - Матросов, хәҙер Ленин исемен йөрөтә. Парк асыҡ һауалағы музейҙы хәтерләтә: бында Александр Матросов, Арыҫлан Мөбәрәков, Мортаза Рәхимовҡа һәйкәлдәр, граждандар һуғышы геройҙары ҡәберҙәре һәм башҡа мемориаль таштар бар. Яҡында уҡыу йорттары күп булғанлыҡтан, майҙан студенттарҙың да яратҡан урынына әүерелгән.
Ленин паркы мәҙәни мираҫ объекты һанала. Шуға ла уны үҙгәртеп ҡороу айырыуса иғтибар талап итә. Төҙөкләндереү проекты өҫтөндә белгестәр ике йыл эшләгән. Әйтәйек, парктағы фонтандарҙың формаһын үҙгәртергә ярамай. Уларҙың тик эсендәге ташын алмаштырыу, яҡтыртыу һәм музыкаль ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡаралған. Үҙгәрештәрҙе йәмәғәтселәр, тарихсылар, дәүләт власы органдары вәкилдәренән торған эшлекле төркөм күҙәтеп барасаҡ.
Ремонт ваҡытына парк ябылды. Йәмғеһе төҙөкләндереүгә 977 миллион һум аҡса йүнәлтелгән - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, фонарҙар, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, заманса төҫ аласаҡ.
Рәзилә Ғилметдинова