Өфөгә «Хәтерҙә берҙәмлек. Батырлыҡта көс!» агитпоезы килде. 19 апрелдә юлға сыҡҡан тематик поезд 75 көн дауамында Рәсәй ҡалалары буйлап йөрөп 3 июлдә Мәскәүгә ҡайта. Рәсәйҙең Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы тигән маҡтаулы исем бирелгән Өфө акцияны бишенсе тапҡыр ҡабул итә.
Был миналар секунд эсендә тирә яғындағы бар нәмәне юҡҡа сығара ала. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәҙерге заман шартлатҡыстары бер күргәҙмәгә ҡуйылған. Рәсәй Ҡораллы көстәрендә яу яланына шартлатҡыстар таратыу һәм киреһенсә, уны минанан таҙартыу өсөн хәҙер төрлө дрондар ҡулланыла. Вагонда ҡоро ер ғәскәрҙәре офицерҙары улар тураһында ентекле һөйләй.
Рәсәй Оборона министрлығының «Хәтерҙә берҙәмлек. Батырлыҡта көс!» акцияһы сиктәрендә агитпоезд Өфөлә бишенсе тапҡыр.Тематик яҡтан биҙәлгән 8 вагонда Бөйөк Ватан һуғышына һәм Рәсәйҙең заманса ҡораллы көстәренә арналған уникаль экспонаттар ҡуйылған.
Поездың дүрт платформаһында НАТО-ның трофей техникаһы ҡуйылған. Был күргәҙмәлә илдең Украина халҡы менән генә түгел, Ә НАТО илдәре менән көрәше асыҡ күренә.
Бер вагонда иһә Башҡортостандың йәш армия көстәре үҙ һәләттәрен күрһәтә, бында виртуаль самолетта осорға, Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадын ҡарарға була.
Поезд платформаһы бер нисә сәғәткә сәхнә ролен үтәне. Тимер юл вокзалында тантаналы митинг үтте, еңеү поезының киләһе туҡталышы Силәбелә көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева