Үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең кисерештәрен үҙ күңеле аша үткәрә алған мәрхәмәтле кешеләр бер майҙанға йыйылды. Меценаттарҙың хәйриә балы тәүге тапҡыр ойошторолдо.
«Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды 9 йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтә. Хәйриә фонды ауырыу балаларға реабилитация үтеүҙә, һирәк осраған ауырыуҙарға ҡаршы дарыу-уколдар, ҡорамалдар һатып алыуҙа сығымдарҙы ҡаплай. Ата-әсәләр һәм балалар бындай ярҙам булғанда үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоя. Сара һуңында ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ таетры артистары тәҡдим иткән тамашаны ҡараны.