Өфөлә хоккей миҙгеле йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы үтте

Журналистарҙың һорауҙарына «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов һәм баш тренер Виктор Козлов яуап бирҙе. Әле тренер менән яңы контракт тураһында һөйләшеүҙәр аҙағына яҡынлыша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Локомотив» менән һуңғы уйында төбәк башлығы Радий Хәбиров Виктор Козловҡа киләһе миҙгелдә лә эшен Өфө клубында дауам итергә тәҡдим итте.

Юлаевсылар етәксеһе «Сиэтл» клубының Семен Вязовыйға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын раҫланы. Алдан хәбәр ителгәнсә, 22 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы карьераһын океан аръяғында дауам итергә ниәтләй. Ә бына Шелдон Ремпалдың киләсәге билдәһеҙ. Клуб етәкселеге бөгөн хоккейсының агенты менән бәйләнеш урынлаштырған. Әммә Канада легионерының башҡа командаға күсеүе тураһындағы хәбәр әлегә ысынбарлыҡҡа тап килмәй,- тип билдәләне Ринат Бәширов. Ринат Рәшит улы башҡа трансферҙар тураһында мәғлүмәтте әлегә комментарийҙарһыҙ ҡалдырҙы.