17 майҙа уҙған акция “Герой” исеме аҫтында ойошторола һәм Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арнала. Сараға 100-ҙән ашыу музей ҡушыла. Халыҡ өсөн күргәҙмәләр, уйындар, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, концерт үткәрелә. Бөтә музейҙар онлайн эфирҙар алып бара.