Өфө уҡыусыһы Халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй данын яҡлай

58-се лицейҙан Тимур Ғәрифуллин ил йыйылма командаһына алынды. Ул Пекинда яһалма интеллект буйынса олимпиадала ҡатнаша. Был сара август айында була, тип хәбәр итәләр баш ҡаланың мәғариф идаралығынан. Тимур Ғәрифуллин Милли технологик  олимпиадала "Яһалма интеллек" йүнәлеше буйынса еңеүсе булды.