Шаран районы Көсөк ауылында ат сабышы уҙҙы

Шаран районы Көсөк ауылында 16-сы тапҡыр ат сабышы уҙҙы. Ярышты ойоштороу һәм ауылда был спорт төрөн үҫтереү менән ауыл йәмәғәтсеһе Алик Васильев шөғөлләнә. Йолаға ярашлы, йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә уҙғарылған сарала быйыл республиканың һигеҙ районынан 22 һыбайлы ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусыға - 8, ә иң тәжрибәлеһенә 79 йәш ине.

Ярышҡа әҙерлек ике аҙна дауам иткән. Ауыл янында һайланған сабыш майҙаны махсус йыһазландырылған. Бәйгене асыу тантанаһында район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Еңеүселәргә кубок һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды.