Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһы мәктәптәре араһында телекүпер ойошторолдо

Өфөнөң 39-сы гимназияһында Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбе менән онлайн осрашыу ойошторолдо. Билдәле булыуынса, был белем усағы Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Онлайн осрашыу барышында ике яҡ уҡыусылары ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалары тураһында бик күп мәғлүмәттәр һөйләне. Әңгәмәгә шулай уҡ 72-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы яугиры Эдуард Ғабдрахманов та ҡушылды. Ул йәш быуындың махсус хәрби операция тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе.