Ғафури районы үҙәгендә киләсәктә асыҡ һауалағы музей булдырылыуы ихтимал

Быға урында ил кимәлендә күрһәтеп һөйләрлек тәбиғәт һәйкәлдәренән тыш, уҙған быуаттарҙан һаҡланған тарихи сәнәғәт объекттары бар. Әле крайҙы өйрәнеүселәр араһында махсус маршруттар әҙерләнә, проект планы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта Красноусол мәҙәниәт йортонда 2005 йылда булдырылған Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы ла төрлө экспонаттар менән тулыландырыла. Күптән түгел учреждение хеҙмәткәрҙәре Республика башлығы грантын алыуға ла өлгәшкән. Аҡсаға улар Ғафури районы тарихын берләштергән айырым китап нәшер иткән.

Төбәк тарихын мәңгеләштеү йүнәлешендә эш алып барған инициатив төркөм һәр ваҡыт бәйләнештә. Төрлө осрашыуҙар ҙа уҙғарабыҙ. Элекке завод урынында киләсәктә музей комплексы булдырыла ҡалһа, күрһәтерлек урын булыр ине. Тарихи объекттарҙан тыш, беҙҙә археологияны, палеонтологияны үҙ эсенә алған тәбиғәт һәйкәлдәре лә бар.

Лариса Маркисова, Ғафури районының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы мөдире