Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.