“Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусы 150 кеше онлайн әңгәмә уҙған

Уларҙың 95 проценты республикала йәшәй, уртаса 41 йәш,  араларында  3 ҡатын-ҡыҙ бар. Киләһе онлайн этап Өфөлә Евразия белем биреү үҙәгенең ауз-ара кампусында үтә. Уның һөҙөмтәһендә 70 кеше финалға һайлап алына. Уларға квалификация уҙыу мөмкинлеге бирелә, һәр ҡатнашыусыға уҡыутыусы беркетелә.  Төбәк программаһы Президент ҡушыуы буйынса “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү.