Быйыл Башҡортостанда 500-ҙән ашыу кешенең бушлай яңы һөнәр алыу мөмкинлеге бар

"Кадрҙар" тигән милли проект ғәмәлгә ашырыла, тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Программала ҡатнашыусылар башлыса IT өлкә, энергетика, төҙөлөш тармаҡтарын һайлай. Уҙған йылда 3 меңгә яҡын кеше яңы һөнәргә уҡытылған.