Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.