2026 йылда Башҡортостанда ер участкаларына яңы кадастр баһаһы үткәрелә

2026 йылда Башҡортостанда Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрында иҫәпкә алынған барлыҡ ер участкаларына кадастр баһаһы ойошторола. Рәсәй субъекттарында ул берҙәм методика буйынса уҙғарыла. Раҫланған кадастр баһаһы һөҙөмтәләре буйынса 2027 йылға ергә һалым күләме билдәләнә.

Участка хужалары тейешле күсемһеҙ милек объекттарының аныҡланған характеристикалары менән декларация һәм иҫбатлаусы документтар бирергә хоҡуҡлы. Документ формаһын «Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация» учреждениеһының рәсми сайтында табырға мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәттәр, тәү сиратта, кадастр баһаһы максималь рәүештә объектив һәм дөрөҫ булһын өсөн мөһим. Декларацияны ойошма офистарында, шулай уҡ Росреестрҙың рәсми сайты, «Киңлек мәғлүмәттәре милли системаһы» Берҙәм һанлы платформаһы аша ла тапшырырға була.