Радий Хәбиров һәм Владимир Якушев «Берҙәм Рәсәй» проекттары буйынса осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы Секретары Владимир Якушев менән осрашты. Яҡтар төбәк бүлексәһенең эше, партия проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, «Берҙәм Рәсәй» ҡатнашлығында республикала мәктәптәр төҙөү һәм капиталь ремонтлау, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, почта бүлексәләрен яңыртыу, мәҙәниәт учреждениеларын йыһазландырыу, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү дауам итә. Бергәләп беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Бында партияның бөтә 63 урындағы бүлексәһе базаһында асылған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ҙур роль уйнай. Волонтерҙар гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ҡатнаша, яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына көнкүреш, психологик ярҙам күрһәтә.

Владимир Владимировичҡа Башҡортостанға, халҡыбыҙға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған Радий Хәбиров.