Быйыл мәртәбәле бәйгенең финалына 53 ауыл сыҡҡайны, уларҙың 12-һе дүрт номинацияла еңеүсе тип танылып, аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Проектта ҡатнашып, барыһына ла өлгө күрһәткән замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсының йомғаҡлау этабында иң ҙур делегация Әбйәлил районынан. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалып бара... Фойела ҡаҙмаштар дәртлен йырҙары менән сара ҡунаҡтарын ҡаршылай. Милли аш-һыуҙары менән һөйөндөрә.
Ҡаҙмаш ауылы халҡының теләге ҡабул булды - беренселек уларҙа.
Көтөп алынған еңеү. Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин билдәләүенсә, был берҙәм эш һөҙөмтәһе. Өмәләрҙә ҡатнашыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү булһынмы, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүме - барыһы ла ҙур теләк менән ҡушыла. Аҡсалата сертификат техника һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Һуңғы алты йылда республика конкурсында өс меңдән ашыу ауыл ҡатнашып, сәләмәт йәшәү рәүешенә курс алған. Ә инде «Айыҡ ауыл» статусын алған ауылдар йылдан-йыл арта ғына, хәҙер уларҙың һаны 63-кә етте.
Конкурс һөҙөмтәләре тағы ла өс номинацияла иғлан ителде. Шулай итеп, «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында Ейәнсура районы Кинйәбулат ауылы, «Урта тораҡ пункттар» буйынса Асҡын районы Әмир ауылы, ә «Эре тораҡ пункттар» араһында Балаҡатай районы Билән ауылы еңеүгә лайыҡ булды.
2-cе һәм 3-сө урын алған ауылдар ҙа аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Матди ярҙам биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Сара барышында район-ҡалаларҙың әүҙем граждандары ла тәбрикләнде. Уларға төрлө ведомство-министрлыҡтар, йәмәғәт ойошмаларының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында спортса атлау буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Әғлә Күсемов та бар. Ул 87 йәштә булыуына ҡарамаҫтҡан, тыуған яғы - Баҡалы районы Ҡатай ауылына һәр ваҡыт ярҙам итә.
«Айыҡ ауыл» конкурсының ҡырҡ йыллыҡ тарихы бар. Әбйәлил районында башланған хәрәкәт республика кимәлендә үҫеш алып, ысын халыҡ байрамына әйләнде.
Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырып, халыҡты берләштереү, йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект йылдан-йыл нығына ғына. Башҡортостан тәжрибәһе менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә инмәгән ауылдар 200 меңешәр һумлыҡ сертификат алды.
Баймаҡ, Хәйбулла, Тәтешле һәм Көйөргәҙе райондары - конкурстың иң әүҙем ҡатнашҡан муниципалитеттары тип танылды. Урындағы етәкселек барлыҡ төбәктәр өсөн дә өлгө булырлыҡ эш алып бара. «Айыҡ ауыл» конкурсы йәнә үҫеш юлын дауам итә, тимәк, исемлек тә яңы райондар менән тулыланасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина