Өфөнөң 4-се йылылыҡ энергетика үҙәгендә турбоагрегат яңыртыла

Проект йылылыҡ генерациялауҙы яңыртыу Президент программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан предприятие сәнәғәт зонаһы өсөн махсуслашҡан. Белгестәр ремонттан һуң йылылыҡ етештереүгә сығымдар һәм экологияға зыяндың кәмеүен күҙаллай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөнөң теүәл 60 йыл элек төҙөлгән 4-се йылылыҡ энергетика үҙәгендә тарихи ваҡиға. Башҡортостан генерациялау компанияһында федераль проект буйынса турбоагрегат яңыртыла. 1965 йылда файҙаланыуға тапшырылған үҙһәк бер туҡтауһыҙ эшләгән. Хәҙер уны заман талаптарына ярашлы яңыртыу бурысы тора.

Турбоагрегат менән бергә идара итеү системаһын да яңыртыу күҙаллана. Йәғни кабель продукцияһынан бер ни ҙә ҡалмаясаҡ. Хеҙмәткәрҙәр, заманса ҡоролма һәр яҡлап уңайлы һәм ышаныслы буласаҡ тигән фекерҙә.

Модернизациялау өсөн бөтә ҡорамалдар ҙа илебеҙҙең машиналар эшләү предприятиеларында етештерелгән.

4-се йылылыҡ энергетика үҙәген реконструкциялау баш ҡала киләсәген хәстәрләү тигәнде лә аңлата. Киләһе йылда уҡ тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ турбинаның һулар һауаны бысратыуы бермә-бер кәмер тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин