Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо

Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» коммерция булмаған автономлы ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы уңайынан уҙғарылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Автоуҙыш - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә теләктәшлек, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ата‐бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арналды. Унда Баймаҡ ҡалаһынан һәм район ауылдарынан 50‐нән ашыу автоһәүәҫкәр ҡатнашты.

Акцияла ҡатнашыусы ирекмәндәрҙе, махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялған ҡайтҡан яугирҙәрҙе, уларҙың туғандарын Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов сәләмләне. Яу яланына гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙемлек күрһәтеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Автоуҙышта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр һәйкәленә сәскәләр һалды. Еңел автомобилдәр ҡала урамы буйлап үткәндән һуң, колонна Ҡуянтауға табан юл тотто.