Быйыл 236 мең тонна алыу планы ҡуйылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай запас яҡшы уңышҡа нигеҙ була. Яҙғы сәсеү дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Республикала 1 миллионға яҡын гектар сәселгән. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Дәүләкән райондарында эштәр аҙағына яҡынлаша.