Яугир ғаиләләренә янғын иҫкәртеү приборҙары тапшырыла

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бушлай янғын иҫкәртеү приборҙары менән тәьмин ителә. Социаль ярҙам тәртибенә ошондай үҙгәреш индерелде. Документҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Льгота менән файҙаланыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмә, паспорт күсермәһе кәрәк. Прибор бер тапҡыр бирелә. Республикала 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған программаға ярашлы, балалы ғаиләләргә янғын иҫкәртеү приборҙары тапшырыла. Улар 1 мең 200-ҙән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән.