Өфө үҙәгендә парковка өсөн түләмәүселәргә штраф һалына

Ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Ул май айында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡарала. Штраф суммаһын мең ярым һумдан билдәләү тәҡдим ителә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, закон был өлкәлә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Өфө үҙәгендә түләүле парковкалар быйыл йәй асылырға тейеш.