Ағас скульптуралар әҙерләү конкурсы Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” почетлы исем бирелеүҙең 5 йыллығына арнала. Бәйгелә профессиональ рәссамдар, дизайнерҙар, скульпторҙар, мәғариф учреждение уҡытыусылары һәм студенттары, һырлаусылар һәм балта оҫталары ҡатнаша ала. Конкурс ике этапта уҙа. Ғаризалар 29 майға тиклем ҡабул ителә.