Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды

Ҡариҙел районы Үреш-Битулла ауылында карантин индерелде. Сикләү ваҡытында был биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылда вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптерен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау  өсөн  саралар күрә.