Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусылар әҙерләү дауам итә

Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, күнекмәләрҙең икенсе этабы башланды. Уҡыуҙар ике аҙна дауам итә. Әле батып барыусыны ярға сығарырға өйрәнәләр. Быға тиклем тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйына дәрестәр булды. Өфөлә һыу инеү миҙгеле июндә  башлана. Рәсми пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итәсәк.