"Салауат Юлаев" командаһының төп уйынсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты ҡуйыла

Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Хоккейсылар даими беренселектә сығыш яһаны, плей-офта  ҡатнашты. Ҡайһы бер позицияларҙы ғына нығытырға кәрәк, тине ул. "Салауат Юлаев" КХЛда Гагарин Кубогы  өсөн көрәштә  ярым финалға  етте. Бронза миҙалдар яуланы.