Өфөлә яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнгән

Калинин район хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов белдереүенсә, фронтҡа ике мотоцикл, 4 квадрокоптер, генератор, машиналар өсөн кәрәк-яраҡ, төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, гигиена әйберҙәре оҙатыла. - Төп маҡсат - яҡташтарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, - ти ул. Гуманитар йөк йыйыуҙа, предприятиелар, мәғариф учреждениелары һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан.