Яугирҙар Күп функциялы үҙәктәрҙә ветеран статусын һәм 25 төр ярҙамды теркәй ала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Куп функциялы үҙәктәрҙә хәрби хәрәкәт ветераны статусын теркәй ала. Бынан тыш яугирҙар 25 төрлө ярҙам сараһын берҙәм тәҙрә ысулы менән теркәп тиҙ арала документтар тултыра. Торлаҡ-коммуналь хужалығы, транспорт һалымы өсөн ташламалар, балаларҙың уҡыуы һәм туҡланыуы өсөн компенсация, газификация кеүек хеҙмәттәр яугирҙар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашысуылар Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә. Яугирҙарҙы берҙәм тәҙрә ысулы менән ҡабул итеү Рәсәй Оборона министрлығы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан ойошторолған.