Был хәлгә урындағы халыҡ борсолоу белдерә. Шуға ла «Салауат» йәмғиәте үҙ эшен мөмкин тиклем асыҡ алып барырға, һәр һорауға яуап бирергә һәм үҙ позицияһын аңлатырға тырыша. Бының өсөн ауылдарҙа осрашып-танышыу маҡсатында йыйындар үткәрелә, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау ихтималлығы тураһында отчеттар еткерелә.
Халыҡ менән осрашыу Ҡырҙас ауылында ла үтте. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, геологик өйрәнеүҙе тамамлау һәм проектты әҙерләү 2027 йылға планлаштырылған, һуңынан йәмәғәт тыңлауҙары һәм дәүләт экспертизаһы уҙғарыласаҡ. Тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тураһында ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән һәм асыҡ мәсьәлә булып ҡала. Компания файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға етерлек ресурстар һәм проекттың иҡтисади нигеҙлелеген ентекләп раҫлағандан һуң ғына тотонорға ниәтләй. Бында башлыса урындағы халыҡ өсөн мең ярым эш урыны булдырыу күҙ уңында тотола. Шулай ҙа урындағы халыҡты эшкә алырҙармы, комбинат төҙөлә ҡалһа, уны тейешенсә эшләргә тәжрибәләре етерме, тип борсола әбйәлилдәр. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев барлыҡ һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
Проектты тормошҡа ашырыу осоронда көтөлгән һалым түләүҙәре 26 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, предприятие етәкселеге инфраструктураны үҫтереүгә инвестициялар планлаштырып, муниципалитет менән социаль партнерлыҡҡа әҙерлеге тураһында әйтте. Башта Ҡырҙас ауылы халҡы үҫеш перспективаларына шик менән ҡараһа, Силәбе өлкәһендәге уңышлы миҫалдар нигеҙендә, улар мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙе. Шулай ҙа кешеләрҙе борсоған төп мәсьәлә ул тәбиғәткә зыян килтереү. Белгестәр билдәләүенсә, заманса технологиялар етештереүҙең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек бирә. Экспертиза ла бөтә нормаларҙы теүәл үтәгәндә экология өсөн хәүеф минималь кимәлгә төшәсәген раҫлаған.