Шаран ауылының үҙәк район мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн Ғаилә ялы уҙғарылды. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған сара 9 ғаиләне бергә йыйҙы.
Сарла ике әсә миҙал менән бүләкләнде. Патриотик квест, ижади оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Байрамға килеүселәр хәрбиҙәргә открыткалар һәм хаттар, рәхмәт һүҙҙәре менән ҡыҫҡа видео мөрәжәғәттәр яҙҙы.
«Изгелек Ҡумтаһы» акцияһы буйынса ҡунаҡтар яугирҙарға тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәре, тәм-том, хаттар һәм һүрәттәр килтерҙе. Бөтә йыйылған посылкалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк. Ата-әсәләр һәм балалар өсөн психологик ярҙам зонаһы эшләне.