Өфөнөң 161-се лицейында «Һөнәргә аҙым» проекты буйынса сығарылыш эштәре яҡланды

«Һөнәргә аҙым» проекты конкурсының финалы Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Декабрҙән мартҡа тиклем Дим мәктәптәре уҡыусылары тәжрибәле педагогтар етәкселегендә «һөнәргә аҙым» үҙәгендә белем алған.

Уҡыусылар «Тегенсе», «Бөҙрәхана сәнғәте» һәм «Ландшафт дизайнеры» йүнәлештәре буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн белем усағында шарттар әҙерләнгән: практик уҡытыу өсөн кабинеттар йыһазландырылған, белем биреү программалары әҙерләнгән, педагогик состав һайланған, һәр программа буйынса уҡытыу өсөн 40-ар бала һайлап алынған.