Баш ҡалала «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Бөгөн Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Атайсал» реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм халыҡ хәрәкәтенә әйләнде, тине Радий Хәбиров. 4 йыл элек старт алған проект бөгөн 7 меңдән ашыу кешене берләштергән күләмле майҙансыҡ, уның сиктәрендә 31 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард 750 миллион һум тирәһе. Кесе Ватаныбыҙ - йәнтөйәгебеҙ яҙмышына битараф булмағандар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән өс йыл элек башланған проект бөгөн тотош халыҡты берләштереүсе көскә әүерелгән. Исеменән үк күренеүенсә, Атайсал - ата-бабаларыбыҙ төйәге, изге урын. Уның яҙмышы һәр беребеҙҙең ҡулында.

«Атайсал» проектына барлыҡ муниципаль берәмектәр ҙә ихлас ҡушылған, ситтә төпләнгән яҡташтар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителгән. Мәҫәлән, меценат Рәмзил Дусәлин үҙенең тыуған яғында-Ейәнсура районы Кинйәбулат ауылында социаль объекттар төҙөргә ярҙам иткән.

«Атайсал» проектында сикләүҙәр юҡ. Һәр кем матди хәленә, мөмкинлегенә ҡарап ҡатнаша. Ни бары теләк кенә кәрәк. Юл һалдырырға ла, зыярат кәртәләргә лә, экологик өмә ойошторорға ла, ағас ултыртырға ла, хатта һабантуй уҙғарырға ла мөмкин. Иң мөһиме, тыуған ер менән бәйләнеш өҙөлмәүе, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, ти форум ҡунаҡтары. Камил Хәйруллин 50 йылдан ашыу Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Ул Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында үҙенең тыуған ауылы Солтанды тергеҙгән. Киләсәктә ауылға асфальт юл һалдырырға хыялланам, ти Камил Әғзәм улы. Башҡортостан башлығы бөгөн Камил Хәйруллинға Григорий Аксаков орденын тапшырҙы.

Форум тиҫтәләгән түңәрәк өҫтәлде берләштерә. Һәр береһендә Атайсал яҙмышына ҡағылған мөһим проблемалар ҡарала. Яҡташтар ойошмаларының эшен йәнләндереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ярҙам итеү, ирекмәнлек, инфраструктура объекттары төҙөү, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау. Быйыл сараға махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындары ла саҡырылған. Саҡмағон районынан Резеда Ильясованың ике улы ла алғы һыҙыҡта.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумда махсус хәрби операция ветераны Азамат Әйүповҡа автомобиль асҡысы тапшырҙы, транспорт сараһы аяҡтары ампутацияланған ветерандарға бирелә.

Сараға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, эшҡыуарҙар ҙа, дин әһелдәре лә йәлеп ителгән. Уларҙың бөтәһе лә йәнтөйәктең, яҡташтарының көнитмешен яҡшыртыу, үҙ өлөшөн индереү теләге менән яна. Форум «Ватан көсө» тигән девиз аҫтында үтә. Ысынлап та, яҡташлыҡ, илһөйәрлек рухы иҫ киткес ҡөҙрәткә эйә, бары тик был көстө дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеү мотлаҡ.

Рәмзиә Кәримова