Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы. Урындағы халыҡ меценаттар менән берлектә аҡса йыйып яугир олатайҙарҙың исемен мәңгеләштерҙе. Мемориал майҙанын төҙөкләндереү эштәрен ауылдаштар тулыһынса үҙ көсө менән башҡарған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына дан һәм хөрмәт. Бишбүләк районы Ҡыңғыр- Мәнәүез һәм Разия ауылдары халҡы Бөйөк Еңеүҙе килтергән, яу ялдарынан эйләнеп ҡайтмаған олатайҙар иҫтәлегенә хәтер мемориалы төҙөй. Урындағы халыҡ бер йыл эсендә исемлекте туплап яугир-һалдаттар исемен мәңгеләштерҙе.

Илһөйәрлек мемориалын төҙөү өсөн ауыл халҡы уртаҡ көс менән аҡса йыйған. Сумманың бер өлөшөн урындағы халыҡ туплаған, яртыһын Ҡыңғыр-Мәнәүездә тыуып үҫкән меценат Рәфис Фәйзуллин тапшырған.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ауылдаштар башҡа мемориалдарҙы тәртипкә килтергән. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарға бағышланған Әүхәҙи Исламов исемендәге шишмә майҙаны таҙартылған. Урындағы халыҡ йәй көндәрендә Ҡыңғыр-Мәнәүездәге мемориалды тантананалы шарттарҙа асырға ниәтләй.

Флорида Ким